Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТУПАЛОВ Юрий Дмитриевич

Просмотров: 384

СТУПАЛОВ Юрий Дмитриевич (27.5. 1927, Төмән ҡ. — 28.12.1979, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1976), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974). БДАУ‑ҙы тамамлағандан һуң (1945) ш. уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н): Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы агрономы, 1950 й. алып уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1951—53 йй. БАССР Ауыл хужалығы министрлығының өлкән агрономы, 1961 й. башлап уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1969 й. алып а.х. пр‑тиеларын ойоштороу каф. мөдире. 1957—61 йй. Краснодар а.х. ҒТИ‑нда бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. производствоһының рентабеллеген өйрәнеүгә, БАССР колхоз һәм совхоздарында хеҙмәткә түләү мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан Ҡарлыман шәкәр з‑ды сеймал зонаһы һәм респ. райондарында а.х. производствоһын махсуслаштырыу фәнни яҡтан нигеҙләнгән. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Проблемы специализации сельского хозяйства. Уфа, 1974.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019