СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ
СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ, үлем сәбәптәрен, тән йәрәхәттәренең характерын һәм ауырлығын, зыян күргән, хоҡуҡ боҙған кешенең хәл‑торошон һ.б. асыҡлау өсөн суд йәки тәфтиш органдары ҡарары б‑са эшләнә торған фәнни‑практик тикшеренеү. Мәйетте, тере кешеләрҙе, матди дәлилдәрҙе һәм биол. объекттарҙы тикшереү (суд‑биол., суд‑гистологик, молекуляр‑генетик һ.б.), мед.‑криминалистик; енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу эштәре материалдары б‑са һәм башҡа С.‑м.э. айырыла. С.‑м.э. мәсьәләләрен суд медицинаһы өйрәнә. Башҡортостанда 16 б. аҙ. гражданлыҡ һәм енәйәт эштәрен тикшереүҙә ярҙамға табиптар йәлеп ителгән. 1918 й. алып С.‑м.э. мәйет ярыу тәртибе, лаб. һәм башҡалар т‑дағы махсус ҡағиҙәләргә ярашлы үткәрелә. Республикала 1929 й. башлап В.Г.Кузнецов тарафынан ойошторолған Дәүләт суд‑мед. хеҙмәте, Респ. суд‑мед. экспертиза бюроһы һ.б. эшләй.
А.М.Гәрәев, Е.А.Гәрәева
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина