Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 452

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика (1932 й. нигеҙ һалына), ағас эшкәртеү (1934), корпуслы (1971), энергомеханика, урман цехы (икеһе лә — 1985), судно ҡорамалдарын ремонтлау (1998) цехтары; слип (1960) һ.б. инә. 2009 й. 192 кеше эшләгән. 1918 й. Старицкий ҡултығының национализацияланған судно ремонтлауоҫтаханалары базаһында дәүләт судно ремонтлау оҫтаханалары булараҡ Өфө р‑н һыу транспорты идаралығы составында нигеҙ һалына (ҡара: Башҡортостан йылға пароходсылығы). 1923 — 2005 йй. Окт. Революцияһы ис. йөрөтә. 1932 й. алып Суднолар ремонтлау з‑ды, 1958 й. башлап Ремонт‑эксплуатация базаһы, 1995 й. хәҙ. исемен ала, 1999 й. алып ЯСЙ, “Ағиҙел йылға пароходсылығы” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела судноларҙың класын күтәреүгә мөмкинлек биреүсе (“йылға—диңгеҙ” тибына тиклем) судно корпусын модернизациялау һәм йөк судноларының йөк күтәреүсәнлеген 20%‑ҡа арттырыу технологиялары индерелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019