Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Фәтих Ҡәйүм улы

Просмотров: 595

СӨЛӘЙМӘНОВ Фәтих Ҡәйүм улы [25.7.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Арыҫланбәк а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 14.5.1997, Белорет ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939 й. башлап Иҫке Арыҫланбәк поч‑__та бүлексәһендә эшләй. 1942 й. алып Белорет металлургия комб‑тында сым һуҙыусы, 1977—79 йй. участка мастеры. С. ҡатнашлығында цинкланған сым әҙерләү технологияһы индерелә. СССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1958, 1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. С. уҡыған Белорет һөнәрселек лицейы №25 бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019