Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Хәтмулла Аҫылгәрәй улы

Просмотров: 390

СОЛТАНОВ Хәтмулла Аҫылгәрәй улы [20.7.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Кәпәй‑Ҡобау а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 4.3.1994, Ҡандра ҡсб (Туймазы ҡ.)], Дан орд. тулы кавалеры, Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. ғин. башлап Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1945 й. 15 ғин. Грабна‑Воля (Польша), 2 мартында Ратшток һәм 14 апр. Альт-Тухебанд (икеһе лә — Германия) эргәһендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнгән. 1946 й. демобилизациялана. 1948 й. алып Туймазы быраулау эштәре идаралығында (Ҡандра) эшләгән: быраулау эшсеһе, 1949 й. башлап быраулаусы ярҙамсыһы, 1950 й. — быраулаусы, 1970—89 йй. быраулау мастеры. Дәүләкән, Михайловка, Добровольный нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 8‑се биш йыллыҡ план йылдарында С. бригадаһы 63,4 мең һум аҡса экономиялай, өҫтәмә рәүештә 12 мең м тау тоҡомдары быраулай. СССР ЮС‑ының 9—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1976), 1‑се (1985), 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, “Почёт Билдәһе” (1966), 1‑се (1946), 2‑се (1945 й. ғин.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың апр.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. С. исемен Ҡандрала, Туймазыла урамдар, Кәпәй‑Ҡобауҙа мәктәп йөрөтә, Бүздәк р‑нының Бүздәк а., Туймазыла һәйкәл һәм тыуған ауылында бюст ҡуйылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019