Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 460

СУМҒАН МӘМЕРЙӘҺЕ, Ҡ о т о ҡ - С у м ғ а н, БР‑ҙың иң оҙон мәмерйәһе. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, визе ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь‑ауыш галереяларҙың, коридорҙарҙың һәм юлдарҙың 3 яруслы системаһынан тора. Оҙонлоғо 9860 м, тәрәнлеге 134 м, уртаса киңлеге 5,3 м, уртаса бейеклеге 8,3 м, майҙаны 52,3 мең м2, күләме 350 мең м3. Упҡын (тәрәнлеге 102 м) ауыҙы формаһындағы инеү урыны (оҙонлоғо 20 м, киңлеге 10 м) Йомағужа һыуһаҡлағысы кимәленән 111 м бейеклектә, Ҡотоҡ һәм Сумған ҡулдарының ҡушылған урынында ята. Упҡындың төрлө тәрәнлектәрендә инеү урыны упҡыны һәм ике ҡоҙоҡ (тәрәнлектәре 35 һәм 45 м) м‑н берләшкән өҫкө (оҙонлоғо 0,2 км), уртансы (3,8 км) һәм аҫҡы (4 км) ярустар башлана. Өҫкө ярус боролмалы коридорҙан тора, уртансыһы инеү урынынан 60,5 м тәрәнлектә фирн м‑н ҡапланған майҙансыҡтан башлана, уның төньяҡ стенаһы нигеҙендә Өмөт ҡыуышы (оҙонлоғо 15 м, киңлеге 6 м) урынлашҡан. Был ҡыуыштан мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә Китапхана системаһын (стеналарында китап кәштәләренә оҡшаған эрозия улаҡтары бар) булдырған каньон формаһындағы 3 коридор (оҙонлоҡтары 0,2 км) сыға. Уртансы коридорҙың төбө кальцит, гурҙар м‑н ҡапланған; стеналарында һәм түбәһендә конус һәм флаг формаһындағы сталактиттар, көнсығыш коридорҙа — гелектиттар бар. Өмөт ҡыуышы ҡаршыһында Һыйыр юлы (оҙонлоғо 60 м) урынлашҡан, унан көнбайышта — Фил һәм Кубиктар залы (икеһе лә — диам. 30 м, бейеклектәре 20 м тиклем). Өс киртләсле үрләс (оҙонлоғо 12 м) Кубиктар залының көньяҡ стенаһы буйлап йәйенке сталагмиттары (диам. 3 м) һәм һай гурҙары (ҡайһы берҙәре ҡоро) булған галереяға илтә, артабан коридор көнсығышта Вейс ҡоҙоғона (тәрәнлеге 45 м) алып бара һәм аҫҡы ярусҡа төшә. Залдан көнбайышта Тамаша залына (оҙонлоғо 65 м, киңлеге 13 м, бейеклеге 16 м) илткән киң бөгөлмә көмбәҙле Метрополитен галереяһы (60; 10; 4 м) ята. Төбө эзбизташ һыныҡтарынан, кварцит киҫәктәренән һәм ҡырсынташтан тора. Түбәнән шарлауыҡ ағып төшә. Залдың көнсығыш өлөшөндә тәрән булмаған күл (диам. 7 м), төньяҡ өлөшөндә аҫҡы ярусҡа төшөүсе Томанлы ҡоҙоҡ (тәрәнлеге 35 м) бар. Тамаша залынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан конус һәм флаг формаһындағы сталактиттары, сталагмиттары һәм сталагнаттары булған балсыҡлы Эверест түбәһенә үрләс (киңлеге 12 м, оҙонлоғо 90 м) башлана, унан көнбайышҡа табан юл Геофак проспекты галереяһына (оҙонлоғо 350 м, киңлеге һәм бейеклеге 16 м тиклем) илтә. Стеналарында һәм түбәһендә кальцит япмалары һәм сталактиттар үҫешкән. Галереяның урта өлөшөндәге төбө бөтә оҙонлоҡ б‑са һуҙылған балсыҡлы арҡанан (бейеклеге 1,5—2 м) тора, алыҫтағы__өлөшөндә балсыҡлы таҡырҙар (диам. 1 м еткән 4, 6 һәм 8 ҡырлы призмалар) бар, аҙаҡҡы өлөшөндә Йомағужа һыуһаҡлағысы тарафынан ваҡыты‑ваҡыты м‑н һыу аҫтында ҡала торған Фортуна галереяһы урынлашҡан. Геофак проспектының урта өлөшөнән көньяҡҡа табан боролмалы Змеевик коридоры (оҙонлоғо 700 м) китә; кальцит һарҡымдары, кораллитлы гурҙар, сталактиттар һәм уникаль сталагнат (бейеклеге 6 м, диам. 2,5 м тиклем) булған Ҡурсаҡ театры, Ҡоҙоҡ, Һаҡал ҡыуыштары урынлашҡан. Ҡыуыштар араһындағы коридор һыулы, төбөндә — шыйыҡ балсыҡ, эре һәм ваҡ таштар өйөмө, кварцит киҫәктәре бар. Һаҡал ҡыуышы артында Метрополитен галереяһы м‑н тоташҡан камин (бейеклеге 20 м) урынлашҡан, икенсе коридор айырымланған тармаҡтары м‑н әкренләп һыу кимәленә төшә. Мәмерйәнең аҫҡы ярусы упҡындың инеү урыны төбөндә башлана. Йомағужа һыуһаҡлағысында һыу кимәле түбән булған осраҡта кәмәлә төньяҡ коридор буйлап ҙур таштар өйөмө, гур ванналары ҡалдыҡтары һәм гелектиттар булған коридорҙар лабиринтына (оҙонлоғо 500 м), төньяҡ‑көнбайыш коридор буйлап Ҡапҡалар залына (диам. 10 м, бейеклеге 20 м) етергә мөмкин. Алыҫтағы өлөшөндә упҡын төбөнә яңынан килеп сығыусы шишмә ағып ята. Вейс ҡоҙоғонан көньяҡҡа илтеүсе коридор кальцит япмалары, гурҙар, сталактиттар һәм сталагмиттар м‑н биҙәлгән. Аҫҡы ярустың көнбайыш өлөшө (оҙонлоғо 2,1 км) һыу аҫтында ҡалған. Һауа т‑раһы йәй көнө 6—12°С. Ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Сумған мәмерйәһе. План

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019