Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРКОВА Валентина Константиновна

Просмотров: 368

СУРКОВА Валентина Константиновна (31.7.1941, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Шишмә ҡсб), офтальмотравматолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2013). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Бөрө ҡ. трахоматоз диспансерында эшләй. 1968—73 йй. һәм 1976 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда: 1977 й. — ғилми секретарь, 1986 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2006 й. башлап күҙ мөгөҙсәһе һәм күҙ яҫмығы хирургияһы бүлегенең төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзалары травмаларында туҡымаларҙың регенерация механизмдарын һәм уларҙың эҙемтәләрен тикшереүгә, күҙҙең алғы бүлегенә реконструктив операциялар эшләүгә, яраларҙы уңалтыусы дарыу препараттарының һөҙөмтәлелеген уйлап табыуға һәм өйрәнеүгә арналған. С. тарафынан иридопластикала ҡулланылған төрлө трансплантаттарға гистологик характеристика бирелә, уның ҡатнашлығында керакол, азидарег дарыу препараттары, гөлйемеш, каротолин һ.б. майҙар нигеҙендә эшләнгән күҙ маздары уйлап табыла. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 36 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Пластическая хирургия радужки. Уфа, 1997 (авторҙ.); Витреоретинальная хирургия при заболеваниях и травмах глаз. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019