Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРТАНДЫ, һырт

Просмотров: 433

СУРТАНДЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел й. басс.) йылғалары араһында субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Оҙонлоғо яҡынса 13 км, киңлеге 2–3 км, абс. бейеклеге 1045 м. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән тора (1038 м, 967 м, 693 м, 668 м). Рельефы уртаса таулы, тау араһы уйпатлыҡтары, уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәре һәм йырындар м‑н йырғыланған; битләүҙәре ҡаялы, текә. Һырттың төньяҡ‑көнсығыш өлөшө – Аҡбейек һыртына, көньяҡ өлөшө Астой һыртына күсә. Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Һыртта Кесе һәм Оло Һарғая, Суртанды (Ағиҙел ҡушылдыҡтары), Уң Һарына [Үҙән (Төньяҡ Үҙән) й. басс.] йылғалары башлана. Ландшафы һоро урман‑тау тупрағындағы (ҡара: Тау тупрағы) ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан, йоҡа ҡатламлы көлһыуланған ҡара тупраҡтағы һәм органоген‑ташлы тау тупрағындағы тау урман‑далаларынан ғибәрәт.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023