Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СФАЛЕРИТ, минерал

Просмотров: 458

 

СФАЛЕРИТ (гр. sphaleros – ялған), я л ғ а н ц и н к, сульфидтар класы минералы, ZnS. Составына тимер (26%‑ҡа тиклем), марганец, кадмий, галлий, индий, көмөштөң һ.б. изоморф ҡушылмалары инә. Тимер миҡдары күп (марматит), аҙ (клейофан) булған һ.б. төрҙәрен айыралар. Кристалдары тетраэдр, додекаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, тупраҡлы, колломорф һ.б. Төҫө ярым үтә күренеүсәндән һороға һәм ҡараға тиклем, йәшкелт һары, ҡыҙыл һ.б.; алмас, ярым металл, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5–4,0, тығыҙлығы 3900–4100 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Галенит, пирит, халькопирит м‑н гидротермаль, колчедан һәм ултырма ятҡылыҡтарҙа барлыҡҡа килә. С. – төп цинк мәғдәне. БР‑ҙа С. мәғдәненең төп запастары Башҡортостандың Урал аръяғының баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында тупланған. С. – Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой йәшелташ ҡатламындағы алтын мәғдәне ятҡылығының (Муртыҡты һ.б.) һәм Башҡорт мегантиклинорийының рифей ултырма ҡатламындағы полиметалл ятҡылығының (Белорет р‑нында Үрге Арша, Бөрйән р‑нында Ҡужа) мәғдән минералдарының береһе. Башҡортостандың Урал алдының пермь терриген‑карбонат ҡатламдарында нәҙек кристалдар рәүешендә табылған.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023