Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 406

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ. Бөрйән р‑ны Кейекбай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4,9 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы девондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле юлдарҙың һәм коридорҙарҙың горизонталь‑ауыш системаһынан тора. Оҙонлоғо 3218,0 м, майҙаны 8,7 мең м2, күләме 37,5 мең м3, тәрәнлеге 90,0 м. Мәмерйәнең 2 ауыҙы бар. Төп ауыҙы (киңлеге 0,5 м, бейеклеге 1,0 м) Ағиҙел й. кимәленән 110 м бейеклектә битләүҙең башында ята; шахтаға тоташҡан (тәрәнлеге 78 м). Шахта төбөндә күп коридор һәм юлдарҙан торған лабиринт башлана, улар киҫешкән урында залдар – Аҫылма таштар, Юл сатында (оҙонлоғо 16 м, киңлеге 14 м, бейеклеге 12 м), Ерән (15, 9, 12), Юбилей (16, 12, 16) һәм ҡыуыштар барлыҡҡа килгән. Төп ауыҙынан көньяҡҡа табан 80 м алыҫлыҡта икенсе ауыҙы (Айыу ҡоҙоғо) ята. Тәрәнлеге 20, 12, 15 һәм 6 м булған боҙло ҡоҙоҡтар каскады мәмерйә системаһын берләштергән Киев юлына илтә, ул Оло Зал (оҙонлоғо 54 м, киңлеге 18 м, бейеклеге 10 м) м‑н тамамлана, унда Виктория кальцит шарлауығы, конус һәм көпшә формаһындағы сталактиттар, сталагмиттар, гелектиттар бар. Мәмерйәнең көнсығыш өлөшөндә балсыҡлы сталагмиттар булған Ит турағыс залы (оҙонлоғо 50 м, киңлеге һәм бейеклеге 12 м) урынлашҡан. Мәмерйәнең иҙәне һәм түбәһе һарҡымдар м‑н ҡапланған. Төп ауыҙынан төньяҡҡа табан Телсәрҙәр күле (оҙонлоғо 12 м, киңлеге 3 м, тәрәнлеге 4 м) ята. Һауа т‑раһы йәй көнө 6°С тиклем, ҡыш көнө 5°С тиклем. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе. План

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019