Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЮТКИН Владимир Михайлович

Просмотров: 440

СЮТКИН Владимир Михайлович (28.2.1952, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а.), инженер‑механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Ижевск механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Рязань мәҙәниәт‑көнкүреш тауарҙары ф‑каһында өлкән мастер булып эшләй. 1977 й. алып “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда: инженер‑технолог, 1978 й. башлап преслау цехы нач. урынбаҫары, 1981 й. — технология бюроһы нач., 1983 й. — баш технолог урынбаҫары, 1986 й. — баш технолог, 1991 й. алып баш инженер урынбаҫары, 1994 й. — техник дир. урынбаҫары, 1995—2013 йй. техник дир. — ген. дир. урынбаҫары. С. етәкс. “НефАЗ” автобустарын сығарыу проекты эшләнә һәм етештереү ҡеүәте арта (1500 берәмеккә тиклем), автоматик үҙбушатҡыс, автоцистерна, тағылма, ярым тағылмаларҙы лазер һәм плазма м‑н ҡырҡып яһауƒа модернизация үткәрелә. С. ҡатнашлығында телескопик гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар әҙерләү ысулы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2001).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019