Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

CОПОЛИМЕРИЗАЦИЯ

Просмотров: 184

CОПОЛИМЕРИЗАЦИЯ, 2 йәки унан да күберәк мономерҙарҙың бергә полимерлашыуы. Радикаллы, ионлы С. айырыла. Үҫеүсе сылбырҙың остарында актив үҙәктәрҙең реакцияға һәләтле булыуы уларҙың аҙаҡҡы быуын тибына бәйле. Мономерҙарҙың активлығы аралыҡ төҙөлөшөнә, эйәртеүле булыуына, икеләтә бәйләнештәрҙең полярлығына бәйле. Макромолекулала төрлө төҙөлөшлө мономер быуындар нисбәтенә радикаллы С. барышында — мономерҙарҙың эреткес м‑н үҙенсәлекле тәьҫир итешеүе, комплекстар барлыҡҡа килеүе, полимер йомғаҡтарының һайлаулы сорбцияһы, ионлы С. барышында эреткестең һәм ҡаршы иондың төрө йоғонто яһай. Сиратлашыусы сополимерҙар барлыҡҡа килеүҙән башҡа осраҡта сылбырҙарҙа урынлашыу статистикаға ярашлы. С. тәрән дәрәжәһендә төп продуктта төрлө составлы быуындар була. С. — юғары молекулалы берләшмәләрҙе уларҙы синтезлау стадияһында (этилен м‑н С. ваҡытында пропилендың аҙ ғына өҫтәмәһе кристаллашыу дәрәжәһен арттыра) модификациялау, уларҙы алыу механизмын өйрәнеүҙең бер ысулы. С. өсөн радикаллы инициаторҙар, ионлы, үҙгәреүсән валентлы металдар (титан, ванадий һ.б.) булған ионлы‑координацион комплекслы катализаторҙар эшләнгән. Сәнәғәттә С. м‑н термоэластопластар, синтетик полимерҙар (бәрелеүгә тотороҡло полистирол, нитриллы һәм стироллы синтетик каучуктар) алына. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Химия ин‑тында С.Р.Рафиҡов етәк. С. процесын тикшереү үткәрелә. Юғары температураға сыҙамлы полимерҙар, этилендың карбоксиллы сополимерҙары, синтетик каучуктар, стереорегуляр полимерҙар (Р.Х.Ҡудашев, Ю.Б.Монаков, С.Н.Салазкин һ.б.) синтезлана. Биоцидтар, органик синтез катализаторҙары, контактлы линзалар өсөн материалдар, сорбенттар, тупраҡ структураторҙары, флокулянттар, флотореагенттар һ.б. алыу өсөн азанонборнендар, гептатриен, диаллилгидразиндар, диаллилгуанидиндар, пиперилен, фосфор тотороҡло диаллил мономерҙар, малеин һәм фумар к‑талары, көкөрт диоксиды һ.б. С., һыуҙа эрегән ағыулы булмаған сополимерҙар барлыҡҡа килтереп диаллилдиметиламмонийхлоридтың көкөрт диоксиды м‑н С. эшләнә. Виниллы һәм аллиллы мономерҙарҙың азот‑, кремний‑, көкөрт‑, фосфор‑, фтор‑, хлор тотороҡло туйындырылмаған берләшмәләр м‑н радикаллы С. тикшереү алып барыла. С. нигеҙендә этилен м‑н пропилендың статистик сополимеры һәм блоксополимеры, этиленпропиленлы, этиленпропилендиенлы каучуктар (“Уфаоргсинтез” ААЙ), акрилонитрилбутадиенстироллы сополимерҙар (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), түбән молекуляр каучуктар (Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы), бутадиен-α-метилстироллы, эпихлоргидринлы каучуктар (“Каучук” ЯАЙ) сығарыла. “Технолог” ҒПБ‑нда диметилаллилхлорид, көкөрт диоксиды сополимерҙары, ВПК‑Ф1 флокулянты сығарыла.

Әҙәб.: Сополимеры этилена. Л., 1983.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019