Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Марат Науруз улы

Просмотров: 360

РӘХИМОВ Марат Науруз улы (6.10. 1958, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ибрай а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1985—2001 йй. Салауат филиалында, 2005 й. башлап технология ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011—15 йй. нефтехимия һәм химик технология каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре катализаторҙар булдырыу, уларҙы камиллаштырыу, нефть‑завод газдарын эшкәртеү процестарын камиллаштырыуға, махсус нефть продукттарын үҙләштереүгә, мотор яғыулығының экологик күрһәткестәрен яҡшыртыуға арналған. Р. етәкс. түбән молекуляр олефиндарҙы олигомерлаштырыу катализаторҙары булдырыла, 80—90‑сы йй. Өфө НЭЗ‑ында, “Нижнекамскнефтехим” ПБ‑нда, сәнәғәттең табыу тармаҡтары өсөн реагенттар — “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), “Башнефть”, “БелКамНефть” (Ижевск), “ЛУКОЙЛ” нефть компанияһында (Мәскәү) һ.б. индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 23 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Силикафосфатные катализаторы олигомеризации нефтезаводских газов: синтез, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.); Переработка нефтезавотских газов. Уфа, 2009 (авторҙ.).

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров


 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019