Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУТМАН Григорий Иосифович

Просмотров: 442

РУТМАН Григорий Иосифович (22.2. 1929, Белорус ССР‑ы Стрешино а. — 21.6.2001, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1983), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1989), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976). Днепропетровск химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 18‑се комб‑тта эшләй (Салауат ҡ.). 1961 й. алып Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының баш механигы, 1965 й. — Стәрлетамаҡ нефтехимия з‑ды дир., 1995 й. — БР Инженерлыҡ Академияһының Стәрлетамаҡ бүлексәһе рәйесе, 1997 й. башлап СДПИ‑ла уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге полимерҙар, аҙ күләмле химия продукттары алыу технологияларын эшләүгә арналған. Р. етәкс. синтетик гуттаперча (илдә берҙән‑бер), антиоксиданттар производстволары булдырыла; полиизопрен, олигопиперилен, түбән молекуляр полиуретан синтетик каучуктар, универсаль ҡатырғыстарҙы синтезлау технологиялары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Р. ҡатнашлығында каталитик крекинг регенераторының конструкцияһы, бутанды дегидрирлау реакторы, спорт ҡоролмаларының һығылмалы ҡаплауҙары өсөн полимер уйлап табыла. 22 фәнни хеҙмәт, 220 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1978). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Превращения фенольных оснований Манниха //Журнал прикладной химии. 1991. Т. 64. № 1 (авторҙ.).

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019