Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИРОВ Зөфәр Миңлеғәзим улы

Просмотров: 353

САБИРОВ Зөфәр Миңлеғәзим улы (7.4.1951, Дәүләкән ҡ.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 2‑се урта мәктәптә уҡыта (Дәүләкән), 1973 й. алып Органик химия ин‑тында: 1990 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 2001 й. башлап Мәскәүҙә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре катализаторҙар тәьҫирендә стереорегуляр полимерҙар алыу механизмын өйрәнеүгә арналған. С. ҡатнашлығында диендар полимерлашыуының цис‑ һәм транс‑стереокөйләү, полимерлашыуҙың актив үҙәктәре төҙөлөшө юлдары үҫтерелә. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: — α  перегруппировка — ключ к пониманию цис‑стереоспецифичности действия каталитических систем типа Циглера—Натта //Доклады Академии наук. 1993. Т.332. №1 (авторҙ.); Роль структуры диена в механизме регио‑ и стереорегулирования при полимеризации под действием каталитической системы NdCl3 • 3ТБФ-Al(i‑C4H9)3 //Высокомолекулярные соединения. Серия Б. 1997. Т.39. №1 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019