Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВ Рәйес Әсхәт улы

Просмотров: 471

САДИҠОВ Рәйес Әсхәт улы (18.7. 1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), физик. Химия ф. д‑ры (2009). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Органик химия ин‑тында (1981 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — РФА‑ның ғилми үҙәгенең Коми химия ин‑тында лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре металорганик берләшмәләрҙең радикаллы реакцияларын, металл комплекслы катализ механизмын, ядроларҙың химик полярлашыуын өйрәнеүгә, ядро‑магнит резонансы һәм электрон‑парамагнит резонансы спектроскопияһын химияла ҡулланыуға арналған. 80‑се йй. Л.М.Хәлилов м‑н берлектә химик күсештәр өсөн аддитив схемалар б‑са ЯМР13С спектрҙарын иҫәпләү өсөн компьютер программаһы уйлап табыла, 90‑сы йй. аҙ. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһы м‑н нефтле, газлы ҡатламдарҙы асыҡлау мөмкинлеге биргән нефть‑газ скважиналарын ядро‑магнит каротажлау приборы булдырыла. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Превращения циклогексана под действием галогенидов алюминия, генерируемых in situ //Журнал прикладной химии. 2004. Т.77. Вып.7 (авторҙ.); The ESR and NMR investigated complexes of free radical with transition metals //Journal of Magnetic Resonance. 1973. Vol.9, 13 (авторҙ.).

Л.М.Хәлилов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019