САФИЕВ Олег Ғиниәт улы
САФИЕВ Олег Ғиниәт улы (20.12.1952, Өфө ҡ. — 14.11.2015, Мәскәү ҡ.), химик‑технолог. Химия фәндәре докторы (1994). ӨНИ‑не тамамлаған (1975), 1977 й. алып шунда уҡ эшләй (1980 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1992 й. — Теүәл органик синтез ҒТИ‑ның органик синтез бүлеге мөдире. 1995 й. башлап “Петро‑Сервис” фирмаһының техник директоры, 2006 й. — Янар ҡаҙылмалар институты һәм “Ростехнологиялар” Дәүләт корпорацияһының төп ғилми хеҙмәткәре (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре карбендар химияһын, циклик берләшмәләрҙең радикаллы реакцияларын тикшереүгә, пластик майҙар технологияларын булдырыуға арналған. С. тарафынан АВТ‑8 ҡоролмаһында мазут ҡыуыуҙың вакуум булдырыу системаһы (2008 й. “ТНК‑ВР” компанияһында производствоға индерелгән, Украина), профилактик һәм пластик майҙар әҙерләү технологияһы (“Рәсәй тимер юлдары” ААЙ‑нда) эшләнгән. Ленин комсомолы премияһы (1983), Башҡортостан комсомолы премияһы (1981) лауреаты.
Хеҙм.: Реакции ацеталей с карбенами. Новосибирск, 1990 (авторҙ.); Межфазный катализ в химии 1,3‑диоксацикланов. М., 1993 (авторҙ.).
Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров