Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИУЛЛИН Рөстәм Лотфулла улы

Просмотров: 365

САФИУЛЛИН Рөстәм Лотфулла улы (1.1.1953, Куйбышев өлк. Алькино а.), химик‑кинетик. Химия ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Өфө химия ин‑тында эшләй: 2002 й. алып лаб. етәксеһе, бер үк ваҡытта дир. урынбаҫары, 2015 й. — директор. Фәнни хеҙмәттәре окисланыуҙың радикал‑сылбырлы процестарын, углеводородтарҙың сульфоокисланыуын, химия өлкәһендә ароматик нитрозооксидтарҙы тикшереүгә арналған. С. тарафынан углеводородтар сульфоокисланыуының аралаш молекуляр продукттары — алкансульфонадкислоталар айырып алына, уларҙың окисланыу әүерелештәре өйрәнелә. Алкансульфокислоталар (натрий тоҙҙары — йомшаҡ өҫкө йөҙҙә актив матдәләр) алыу технологияһының фәнни нигеҙҙәре, элементар радикаллы реакцияларҙы һан яғынан өйрәнеү ысулдары эшләнә. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Alkylperoxy Sulfonic Acids: Thermal Stability and Oxidizing Properties //Focus on Polymer Research. New York, 2004 (авторҙ.); Peroxide Intermediates of Olefin Ozonolysis — Carbonyl Oxides: Kinetics of Reactions //Peroxides at the Beginning of the Third Millennium. New York, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019