СВИНУХОВ Анатолий Григорьевич
СВИНУХОВ Анатолий Григорьевич (17.11.1937, БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Помряскин а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1990). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1958 й. алып “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда эшләй: 1966 й. — баш инженер, 1972 й. — аммиак з‑ды дир., 1974 й. — ген. дир. урынбаҫары, 1977 й. башлап комб‑ттың баш инженеры. 1981— 87 йй. Бөтә союз “Союзнефтеоргсинтез” ПБ‑ның яңы техника б‑са баш идаралығының (Мәскәү), СССР Нефтехимия сәнәғәте министрлығы Баш техник идаралығының нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1982—98 йй. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть һәм газ акад. уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге углеводород сеймалын юғары т‑рала гомоген пиролиз өлкәһендәге тикшеренеүгә бәйле. С. ҡатнашлығында конвертирланған газды моноэтаноламин ярҙамында таҙартыу м‑н нефттең эйәрсен газдарының бергәлекле конверсия процесы үҙләштерелә. Уның етәкс. аммиак, этилен һәм пропилен (ЭП‑60), каталитик риформинг һ.б. етештереүҙә автоматлаштырылған идара итеү системалары индерелә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 38 уйлап табыу авторы.
В.А.Потеряхин
Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров