Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФУЛЛИН Нур Рәшит улы

Просмотров: 331

СӘЙФУЛЛИН Нур Рәшит улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Йүкәле Шишмә а. – 1.11.2007, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (1996). Куйбышев политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) “Оргнефтезаводы” пр‑тиеһында (Мәскәү), 1985 й. башлап Бөтә Союз “Зарубежцветмет” берекмәһендә (Куба Респ.) эшләй. 1988 й. алып “Башнефтехимзаводы” ПБ‑нда баш технолог, 1991 й. – Яңы Өфө НЭЗ‑ында баш инженер урынбаҫары, капиталь төҙөлөш б‑са техник дир. урынбаҫары, 1992 й. – реконструкция һәм үҫеш б‑са дир., 1994 й. – баш инженер, ген. дир.; 1998 й. – “Башнефтехим” ААЙ‑нда производство идаралығы нач., ген. директор. 2000 й. башлап “Башнефть” ААЙ ген. дир., 2001 й. – “Башкирэнерго” ААЙ ген. дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000–02 йй. Башҡ‑н яғыулыҡ компанияһы президенты. 2003 й. алып БР сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары, 2006 й. – БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының 1‑се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап “Башнефтехим” ААЙ‑нда ген. директор. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге минераль майҙар һәм мотор яғыулығы етештереү технологияһын булдырыуға арналған. С. етәкс. респ. нефть эшкәртеү з‑дтарында этилланмаған юғары октанлы бензиндар, юғары сифатлы майҙар, аҙ көкөртлө экологик яҡтан таҙа дизель яғыулығы етештереү яйға һалына. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыуавторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2006).

Х е ҙ м.: Селективная очистка масляного сырья. М., 1998 (авторҙ.); Деасфальтизация нефтяного сырья пропаном. М., 2003 (авторҙ.).

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019