Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМГӘРӘЕВА Ирина Мөхәмәт ҡыҙы

Просмотров: 360

СӘЛИМГӘРӘЕВА Ирина Мөхәмәт ҡыҙы (15.1.1936, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а. – 8.6.2008, Өфө), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында смена начальнигы. 1962 й. алып Химия ин‑тында (1974 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1986–91 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре олефиндарҙы олигомерлаштырыу, гидросилилирлау, гидрогермилирлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. ҡатнашлығында нефтехимия синтезы өсөн юғары һөҙөмтәле катализаторҙар, махсус тәғәйенләнешле каучук модификаторҙары, түбән молекуляр биостимуляторҙар эшләнә. 70 фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Реакция гидросилилирования олефинов. М., 1982 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019