Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМОВ Фәрит Абдрахман улы

Просмотров: 333

СӘЛИМОВ Фәрит Абдурахман улы (6.2.1953, Чимкент ҡ. – 14.5.2006, Өфө), химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (Чимкент, 1974) Химия ин‑тында эшләй, 1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында дөйөм мәсьәләләр б‑са дир. урынбаҫары, 1995 й. – Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре пиридинлы нигеҙҙәрҙе бер стадиялы синтезлау проблемаларын тикшереүгә арналған. С. тарафынан пиридиндар нигеҙендә ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн реагенттар булдырылған һәм “Азнакаевнефть”, “Елховнефть” (икеһе лә – ТР), “Когалымнефтегаз” (Төмән өлк.), “Чернушканефть” (Пермь өлк.) һ.б. пр‑тиеларҙа производствоға индерелгән. С. ҡатнашлығында глифен, метафен, мортран, бисол, купробисан гербицид һәм фунгицид препараттары, коррозия ингибиторҙары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 74 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Металлокомплексный катализ в синтезе пиридиновых оснований. М., 2003 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019