Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ

Просмотров: 368

СИНТЕТИК ЙЫУЫУ САРАЛАРЫ, д е т е р г е н т т а р, төрлө ҡаты матдәләр өҫтөндәге (металдар, быяла, керамика, сүстәр) бысраҡты бөтөрөр өсөн ҡулланылған композициялар; кейем һәм кер йыуыу саралары. Тауар формаһы б‑са — ярмалы, пастаға оҡшаш, шыйыҡ һәм киҫәкле С.й.с.; тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш һәм техник; ҡулланыу өлкәһе б‑са универсаль, түбән т‑рала йыуыр өсөн ферменттар ҡушылған, машинала йыуыу, ныҡ бысраҡ керҙе йыуыу, тәбиғи сүстәрҙән эшләнгән изделиеларҙы йыуыр өсөн, балалар керен йыуыу һ.б. С.й.с. бүленә. С.й.с. нигеҙе — мицеллалар барлыҡҡа килтереүсе өҫкө йөҙҙә актив матдәләр (ПАВ). С.й.с. рецептуралары 2— 3 ПАВ ҡушып эшләнә. Универсаль С.й.с. — анионлы, түбән т‑рала йыуыр өсөн — ионоген булмаған, антистатик эффектын арттырыу өсөн катионлы ПАВ ҡулланыла. С.й.с. составына ПАВ‑тан башҡа төп (электролиттар, комплексондар, бысраҡ киҫәксәләрҙең ҡабат йәбешеүенә юл ҡуймаған матдәләр, парфюмер отдушкалар) һәм махсус (химик һәм оптик ағартыусылар, пигменттар, коррозия ингибиторҙары һ.б.) өҫтәмәләр инә. Балалар керен йыуыр өсөн С.й.с. — тәбиғи май к‑талары нигеҙендә (юғары алифатик к‑таларҙың калий, натрий тоҙҙары), еҫле һабынкокос һәм пальма майҙары нигеҙендә (тултырғыс итеп сапонин, крахмал, казеин, һыуҙың ҡатылығын бөтөрөр өсөн күмер, бор, фосфор к‑таларының натрий тоҙҙары ҡулланыла) эшләнә. Кер һабыны составына С10—С16 һәм С17—С20 фракциялы синтетик май кислоталары тоҙҙары (ҡара: Майҙар) инә. Һабынға бактерицид үҙсәнлектәр биреү өсөн нафтен к‑талары файҙаланыла. Шампундарҙа анионлы ПАВ ҡулланыла, уларға файҙаланыуға яраҡлы үҙенсәлектәр һәм тауар ҡиәфәте бирер өсөн ҡуйыртыусылар, шешеүгә ҡаршы, дауалау һәм тонусты күтәреүгә йоғонто яһаған матдәләр, консерванттар, парфюмер отдушкалар, буяуҙар ҡушыла. Балалар өсөн шампунь амфотерлы ПАВ нигеҙендә эшләнә. Автошампундар составына ПАВ‑тан башҡа коррозия ингибиторҙары һәм һаҡлаусы балауыҙҙар инә. Башҡортостанда синтетик С.й.с. төп етештереүсеһе — “Сода” ААЙ. 1984 й. Луч сериялы йыуыу порошоктарын етештереү үҙләштерелә. 1990 й. алып Зифа сериялы йыуыу порошоктары, 32 рецептураһы үҙләштерелә, 2005 й. — отдушкалы Зифа серияһы сығарыла башлай. “Авангард” пр‑тиеһы — Сульфатол (ПАВ рәүешендә күбекле йыуыу__һәм таҙартыу сараларында ҡулланылыусы шыйыҡса), Арита таҙартыу сараһы (һауыт‑һаба, ванналарҙы, үтектәрҙе таҙартыр өсөн); “Каустик” ААЙ Селеук (төрлө өҫкө йөҙҙәрҙән ҡатылыҡ тоҙҙарын, тутыҡты һ.б. бысраҡтарҙы бөтөрөр өсөн), Енот плюс (канализация торбаларын таҙартыр өсөн) таҙартыу саралары, Белизна ағартыу сараһы сығара; “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) С.й.с. нигеҙе итеп синтерол АФМ‑12, Голубка (туҡымаларҙың бөтә төрҙәре өсөн), Дубравушка (һауыт‑һаба йыуыр өсөн), Калинка (кер йыуыр өсөн), Свежесть (төрлө өҫкө йөҙҙәрҙе таҙартыр өсөн) С.й.с. сығара. “Омелия” фирмаһы (Өфө НЭЗ‑ы) Актау универсаль йыуыу пастаһы, Стирс, Стирс‑автомат (төрлө текстиль изделиеларҙы йыуыр өсөн), Ангора-блюз (йөн һәм ебәк изделиелар йыуыр өсөн), Велюр‑плюс (келәм таҙартыр өсөн), Гигиена (сантехника таҙартыр өсөн), Квикли (һауыт‑һаба йыуыр өсөн) ҡуйыртылған шыйыҡ йыуыу саралары, шампундарҙың ҙур ассортиментын (дарыу үләндәре экстракты булған Самоцветы, Утренние росы сериялары, Русалочка балалар шампуны, кондиционерлы шампундар), душ инер өсөн гелдәр, шыйыҡ косметик һабындар, зоо‑ һәм автошампундар етештерә. “Чародейка” косметика ф‑каһы Чародейка, Фруктовые фантазии, Волшебный цветок сериялы шампундар, Родная сторонка, Луговая тайна, Лесная аптека сериялы фитошампундар, сантехника таҙартыр өсөн Чародейка, Алан‑9 саралары, Фруктовое, Хвойное шыйыҡ һабындары һ.б. сығара.

В.П.Малинская

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019