Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИСИН Михаил Фёдорович

Просмотров: 397

СИСИН Михаил Фёдорович (17.11. 1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Ивановка а. — 17.8.2009, Тверь өлк. Красное а., Мәскәүҙә ерләнгән), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй: 1959 й. алып тәж.‑тикшеренеү цехы нач., 1963 й. — полиэтилен производствоһы нач., 1965 й. — баш инженер, 1969 й. башлап нач., 1972 й. — ген. директор. 1975— 1985 йй. СССР нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары. С. етәкс. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) гидроформинг, платформинг, дизель яғыулығын гидротаҙартыу, аэрогель, полиэтилен, аммиак, карбамид, бутил спирттары һәм май спирттары, этилен окисы, метилэтилкетон етештереү ҡоролмалары, стирол һәм этилбензол етештереү б‑са комплекс һ.б. үҙләштерелә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 10‑сы, БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1963) орд. м‑н бүләкләнгән. Салауат ҡ. С. йәшәгән йортҡа иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған (2010).

В.А.Потеряхин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019