Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Рифҡәт Мөхәтйәр улы

Просмотров: 341

СОЛТАНОВ Рифҡәт Мөхәтйәр улы (7.4.1955, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Янбай а.), химик. Химия ф. д‑ры (2002). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1981 й. алып Химия ин‑тында эшләгән (1988 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р). 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. алып лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре күсемһеҙ металдарҙың металорганик берләшмәләре химияһында металл комплекслы катализды өйрәнеүгә арналған. С. тарафынан тәүге тапҡыр олефиндарҙы, ацетилендарҙы, диендарҙы каталитик карбо‑, гидро‑, цикломагнирлау реакциялары үткәрелә; уның ҡатнашлығында п‑тиразол адаптогены, уның нигеҙендә умартасылыҡ өсөн препарат етештереү технологияһы эшләнә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 65 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новое в химии алюминий‑ и магнийорганических соединений с участием комплексов Ti и Zr //Металлоорганическая химия. 1992. №4 (авторҙ.); Some novelties in the chemistry of organomagnesium compounds with zirconium complexes //Organometallic Chemistry. 1995. Vol. 491. №1 (авторҙ.).

Р.И.Хөснөтдинов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019