Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТРУНИН Борис Павлович

Просмотров: 408

СТРУНИН Борис Павлович (28.2. 1952, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) Өфө аҡһым‑витамин концентраттары тәж. з‑дында, 1979 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми- тикшеренеү технология ин‑тында эшләй. 1994 й. башлап “Поливит” ЯСЙ (Өфө) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге аминокислоталарҙың функционалланған сығарылмаларын тикшереүгә, гетероцикллы һәм фосфорорганик берләшмәләр алыу технологияларын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында глифосат, Фосулен гербицидтары, Виньет фунгициды, Роксацин уйлап табыла һәм 80‑се йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтының тәж. з‑дында, Вурнар ҡатнаш препараттар з‑дында (Сыуашстан Респ.) етештереүгә индерелә; ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн СНО—ГЛИФ композицияһы (1991—93 йй. “Химпром” ПБ‑нда), микробтарға ҡаршы Фуразонал препараты (1991 й. “Каустик” ААЙ‑нда; икеһе лә — Волгоград ҡ.), антибактериаль Политрил препараты, хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың етештереүсәнлеген күтәргән Полизон стимуляторы (1999—2005 йй. “Авангард” пр‑тиеһында) эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019