Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР

Просмотров: 434

СУЛЬФОКИСЛОТАЛАР, с у л ь ф о н к и с л о т а л а р ы, RSO3H дөйөм формулалы берләшмәләр (R — алкил, арил, гетероцикллы радикал). Тәбиғәттә һирәк осрай, алифатик таурин, цистеин к‑таһы (хайуандар организмында матдәләр алмашыныу метаболиттары) һәм ароматик аэругинозин В айырып алынған. Радикалдың тибына, сульфотөркөмдәр һанына ҡарап классификациялана. Башлыса кристаллик гигроскопик матдәләр; кислоталылыҡ б‑са минераль к‑таларға, түбән алкансульфокислоталар — көкөрт кислотаһына яҡын, иң көслөһө — трифторметансульфокислота. Амидтар, ангидридтар, сульфин к‑талары, сульфогалогенидтар, сульфонаттар, тиолдар барлыҡҡа килтерә; алкендар, алкиндар, аллендарҙың һ.б. теүәл бәйләнештәренә ҡушылалар; ароматик С. сульфотөркөмдө алмаштырыу реакцияларына инәләр. Алифатик С. углеводородтарҙы сульфооксидлаштырып, сульфохлорлап, ароматик С. — ароматик углеводородтарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын сульфирлау реакцияһы м‑н алалар. Ароматик С. — фенолдар, нафтолдар, синтетик буяуҙар, дарыуҙар, ион алмаштырыусы ыҫмалалар, дезинфекция саралары производстволарының ярым продукттары; метан‑, этан‑, пропансульфокислоталарҙың техник ҡатышмалары — эреткес, этерификация, ацилирлау, нитратлаштырыу, нитрозирлау һ.б. реакциялар катализаторы. Алкансульфокислоталар тоҙҙары — синтетик йыуыу саралары, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, эмульгаторҙар, флотореагенттар, минераль майҙарға присадкалар, коррозия ингибиторҙары һ.б. Башҡортостанда Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты; Р.Н. Зарипов, Л.Р.Йәнекәева, В.Д.Комиссаров, С.И. Масленников, А.И.Николаев, Р.Л. Сафиуллин, М.А.Сәйетова, Р.Ф.Хәлимов) углеводородтарҙың шыйыҡ фазала сульфоокисланыу реакцияһы кинетикаһы, продукттары, термохимияһы, элементар стадиялары тикшерелә: алкансульфокислоталарҙы (биотарҡалыусы өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙең) һәм сульфонадкислоталарҙы (перспективалы окисландырыусылар) алыу ысулы һан яғынан нигеҙләнә; парахлорбензолсульфон к‑таһының натрий тоҙо юғары эффектлы бактерицид, флокулянт, көкөртлө водородты нейтралләштереүсе сифатында тәҡдим ителә (“Башнефть” ПБ‑нда һынап ҡарала). “Газпром нефтехим Салават” ААЙ синтетик йыуыу саралары, елемдәр, күбекләндергестәр етештереүҙә, майҙарҙы тарҡатыр өсөн ҡулланылған нефть С. (Петров контакты) сығара; техник йыуыу саралары етештереүҙә, мәғдәндәрҙе флотациялауҙа, ҡойоу производствоһында, нефть сығарғанда эмульгаторҙар сифатында ҡулланылған таҙартылған алкиларилсульфонат етештерә. “Поиск” ЯСЙ ғилми‑технологик үҙәге (Өфө) Асмол нефть полимеры нигеҙендә үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн материалдар етештерә.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019