Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУҠМАРБАШ, күк сәскә

Просмотров: 470

СУҠМАРБАШ, к ү к с ә с к ә (Centaurea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 550‑нән ашыу төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Африкала, Австралияла таралған. Башҡортостанда 12 төрө үҫә: болон С., ҡытыршы С., рус С., тарҙаҡай С., тартәңкә С. һәм башҡалар. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсән, йыш ҡына тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Япрағы бөтөн, шыма ситле йәки ваҡ тешле, ҡайһы берҙә ҡауырһын һымаҡ теленмәле. Сәскәһе күк, ал, ҡуйы ҡыҙыл, һары төҫтә; кәрзин сәскәлектәргә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — ике өлпөлө ҡыҫылған орлоҡса, июль—сент. өлгөрә. Болон С., рус С., тартәңкә С. һ.б. — болондарҙа, урман аҡландарында һәм ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында; себер С., ялғантап С. һ.б. ташлы яланғаслыҡтарҙа (башлыса эзбизташлы), далалы битләүҙәрҙә үҫә. С. төрҙәренең күпселеге, киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар үҫкән райондарҙан тыш, респ. бөтә терр‑яһында; Маршалл С., тәңкәле С. башлыса дала зонаһында таралған. С. күп төрҙәре — баллы үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр; тарҙаҡай С. — ҡый үҫемлеге, адвентив үҫемлек. Себер С., Маршалл С. — үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре; бөтөнъяпраҡ С. — Урал эндемигы. Күк, йәки сәсеүлек С. — иген культуралары, етен, аралыҡлы культуралар һәм мал аҙығы үләндәре сәсеүлектәрендә яҙғы йәки ҡышлаусы ҡый үләне. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 25—60 см. Япрағы өҫ яҡтан үрмәксе ауы һымаҡ; һабаҡ япрағы — тар ҡыяҡлы, бөтөн ултырма; тамыр яны япрағы — бөтөн йәки 2—3 көрәкле, кире ланцет формаһында. Кәрзин ситендәге сәскәһе — күк, зәңгәр, уртала миләүшә‑алһыу күк төҫтә. Тупраҡта шытып сығыуға һәләтен 3 йылдан да кәм һаҡламаған орлоҡтар м‑н үрсей (бер үҫемлектә 700—7600 орлоҡ барлыҡҡа килә). Респ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫә. Көрәш саралары: туңға һөрөү, ҡый үләндәре шытып сығыу фазаһында сәсеүлектәрҙе тырматыу; рәт‑ара эшкәртеү; иген культуралары сәсеүлектәрендә 2,4‑Д төркөмөнә ҡараған гербицидтарҙы ҡулланыу.

Әҙәб.: Б а х т и з и н Н.Р., Р а х и м о в Э.М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Н и к и т и н В.В. Сорные растения флоры СССР. Л., 1983.

Е.В.Кучеров, М.Б.Әмиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019