Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАЛЙОТ

Просмотров: 493

ҺАЛЙОТ, башҡ. ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғалары: Этник яҡтан Алтайҙа һәм Көньяҡ Себерҙә йәшәү осоронда төрки ҡәбиләләр йоғонтоһон кисергән “салджиут” монгол ҡәбиләһенә барып тоташа. Һ. формалашыуына ш. уҡ уларҙың 11—12 бб. ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһаған. “Һалйот” этнонимы бүрәттәрҙә, монголдарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, туваларҙа билдәле. 13 б. уртаһында — 14 б. башында Һ. Урал буйына, Ағиҙел һәм Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) йй. араһына күсеп ултырған. 14 б. аҙ. Аҡһаҡ Тимер м‑н Туҡтамыш араһындағы һуғыш арҡаһында улар төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа күсеп, Исәт (Тубыл й. ҡушылдығы), Сылва һәм Чусовая (Кама й. ҡушылдығы) йй. үҙәндәрендәге ерҙәрҙе биләгән. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң Һ. көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа күсеп, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһына килеп ултырған. 18 б. башына бәкәтин, ҡатай, терһәк, һеңрән ҡәбиләләрем‑н күрше булған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Һалйот улусын тәшкил иткән. 18—19 бб. аҙ. Һ. ҡәбиләһе йәшәгән терр‑я — Шадринск өйәҙе, Өфө өйәҙе (19 б. уртаһында Һ. ҡәбиләһенә ҡараған 2,5 меңгә яҡын башҡорт иҫәпләнгән), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 3‑сө башҡ. кантоны (19 б. 40‑сы йй. башына) составына ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Силәбе өлкәһенең Арғаяш р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019