Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУБУС

Просмотров: 387

РУБУС, б ө р л ө г ә н (Rubus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300—600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары сәнскеле, ябай йәки тармаҡлы, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 30—200 см. Япраҡтары бөтөн һәм айырсалы, йәки бүлкәтле, бармаҡ һымаҡ йәки ҡауырһынлыға тиклем, һаптары һәм япраҡ ҡолаҡсындары бар. Сәскәләре аҡ йәки ҡуйы алһыу, ике, һирәк осраҡта айырым енесле. Гипантийы яҫы йәки буранка формаһында, касаһы ҡойолмаусан, каса япраҡтары — 5, һирәк осраҡта 4 йәки 6—8. Һеркәстәре күп. Сәскәлеге тәлгәш йәки ҡалҡансыҡ рәүешендә, ҡайһы берҙә сәскәләре яңғыҙар. Май—авг. сәскә ата. Емеше — һутлы күп төшлө емеш, июль—сент. өлгөрә. Ал бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡурай еләгенең төрҙәре — урмандарҙа һәм үртәндәрҙә, ҡомалаҡ япраҡлы бөрлөгән, мораҡ һаҙлыҡтарҙа, тау тундраһында, ҡара бөрлөгән йылға үҙәндәрендә, шишмә ярҙарында, дымлы урманда үҫә. Ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡурай еләге респ. бөтә терр‑яһында таралған, башҡа төрҙәре башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарында осрай. Составында витаминдар, органик к‑талар һ.б. булған емештәрҙе аҙыҡ итеп, япраҡтарын сәй әҙерләү өсөн файҙаланалар. Ҡурай еләге — дарыу үҫемлеге, башҡа төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы үҫемлектәр. Ал бөрлөгән, ҡомалаҡ япраҡлы бөрлөгән БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019