Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАТА

Просмотров: 926

САБАТА, башҡорт кейемендә йүкәнән үреп эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. С. 7 йүкә таҫма алып, башынан башлап тимер шөшлө һәм ҡалып ярҙамында үргәндәр. Ҡыя (табан өлөшөн) һәм тура (өҫ яғын) үреү ҡулланылған. Ике ҡатлап үрелгән (ҡайһы ваҡыт туҙ м‑н нығытылған) табаны күтәрмә хасил итеп, өҫкә ҡайтарылып ҡуйылған; башы трапеция формаһында булған. Шайтанашыҡтан йүкәнән эшләнгән ҡыҫҡа бау м‑н бәйләп ҡуйылған. Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайыш райондарында С. ағастан аҫлыҡ (күтәрмәле сабата) һалып эшләгәндәр. Төньяҡ райондарҙа, ш. иҫ. Пермь башҡорттарында, аяҡ тирәләй бау м‑н бәйләп ҡуйыла торған өҫкө яғы туҡыма С. (бышымлы сабата) киң таралған. С. тула йә__йөн ойоҡ, силғау, киндер ыштыр м‑н кейгәндәр. Нигеҙҙә, С. көндәлек аяҡ кейеме һаналған. С. Башҡортостандың төньяҡ райондарында 20 б. уртаһына тиклем булған. Көнсығыш Европаның күп халыҡтарында таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019