Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САВРОМАТ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 512

САВРОМАТ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 7—4 бб. ҡарай. Б.э.т. 7—4 бб. Евразия далаларында йәшәгән иран телле күсмә ҡәбиләләрҙең (ҡара: Савроматтар) грекса исеме б‑са аталған. Башҡортостан терр‑яһында С.м. 25‑кә яҡын ҡомартҡыһы (Ивановка ҡурғандары, Сиҙәм ҡурғандары һ.б.) билдәле. Торамалар табылмаған. Керамика биҙәлмәгән йәки яурындары соҡорло биҙәк, тулҡынлы һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән, әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡоролмаларын сатыр тибындағы ағастан эшләнгән ҡәбер өҫтө ҡоролмалары, япмалар, йөҙләнгән соҡорҙар, катакомбалар тәшкил итә. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Мәйеттәр мөйөштәре бер ни тиклем түңәрәкләнгән тура мөйөшлө соҡорҙарҙа салҡан һалып,__ баштары м‑н башлыса көнбайышҡа йәки көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Күмәк (башлыса ғаилә төрбәләре), элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары бар; аҡбур һибелмәһе, аҡбур, күмер, реальгар киҫәктәре осрай. Ирҙәр ҡәберендә — ҡорал (ҡырлы, ҡанат рәүешендәге йәки йомро башлы тимер ҡылыстар, хәнйәрҙәр, тимер йәки бронза уҡ башаҡтары, һаҙаҡ ҡалдыҡтары), эйәр‑өпсөн (тимер, бронза һәм һөйәк ауыҙлыҡтар, бронза айылдар, йәнлек стилендә эшләнгән сулпы һәм балдаҡтар), эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, орсоҡбаштар, бронза һәм тимер энәләр, һөйәк тишкестәр); ҡатын‑ҡыҙҙыҡында биҙәүестәр (быяла муйынсаҡтар, бронза һәм алтын беләҙектәр, муйын ҡулсалары, сикә сулпылары), туалет әйберҙәре (бронза көҙгөләр, һөйәк балғалаҡтар), эш ҡоралдары (тимер бысаҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар), таш ҡорбанлыҡтар табылған. Ҡорбан аҙығы ҡалдыҡтары (ат, һарыҡ һөйәктәре) — ерләү йолаһының мөһим һыҙаты. Күпселек ғалимдар фекеренсә (Б.Ф. Железчиков, М.Г.Мошкова, К.Ф.Смирнов һ.б.), С.м. Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге һәм Бура мәҙәниәте ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм Сармат мәҙәниәтенең йәки Савромат‑Сармат мәҙәни‑тарихи берлегенең иртә осоро була. С.м. Көнбайыш Дон й. алып Көнсығыш Тубыл й. тиклем терр‑яла таралған. Ерләү йолаһы һәм әйберҙәре үҙенсәлектәре б‑са Волга‑Дон һәм Волга‑Урал локаль варианттарына бүленә. Күсмә малсылыҡ хужалыҡтың төп тармағы булған. С.м. өйрәнеүселәр: Б.Н. Граков, Железчиков, А.Х.Пшеничнюк, М.И.Ростовцев, Смирнов һ.б.

Әҙәб.: С м и р н о в К.Ф. Вооружение савроматов. М., 1961; Степи европейской части СССР в скифо‑сарматское время. М., 1989.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019