Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САҘРИЕВ Миҙхәт Минша улы

Просмотров: 420

САҘРИЕВ Миҙхәт Минша улы (2.8. 1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түбәнкүл а., хәҙ. Туймазы ҡ. эсендә, — 2.12.2016, Өфө), социолог. Тарих ф. канд. (1971), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Бөрө пед. ин‑тында, 1965 й. алып ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ дөйөм техник ф‑тында, 1976 й. — БАХИ‑ла (1977— 88 йй. марксистик-ленинсы филос. һәм фәнни коммунизм каф. мөдире) эшләй. 1989 й. башлап БДПУ‑ла, бер үк ваҡытта 1994—1996 йй. Проф. белем биреүҙе үҫтереү ин‑тының Башҡ. филиалында гуманитар фәндәр каф. мөдире, 1997—2004 йй. Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында), 2009— 14 йй. Өфө коммерция һәм хоҡуҡ ин‑тының гуманитар фәндәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре аграр һәм сәнәғәт социол., йәштәр социол. проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Идеология политики социально‑экономических реформ в России. Уфа, 1997 (авторҙ.); Социология молодёжи. Уфа, 2005; Ислам в духовной культуре волжских булгар и их потомков татар. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019