Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФУЛЛИН Ринат Нәзир улы

Просмотров: 396

СӘЙФУЛЛИН Ринат Нәзир улы (25.3.1974, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). БДАУ‑ҙы тамамлаған (1996), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй (2012 й. башлап металл технологиялары һәм машиналарҙы ремонтлау каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2011 й. алып Бөтә Рәсәй машина‑трактор паркын ремонтлау һәм эксплуатациялау ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының сектор мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре электр контакты ысулдары, плазма ярҙамында өҫтөнә иретеп йәбештереү юлы һ.б. м‑н туҙған машина деталдәренең ныҡлығын арттырыу һәм тергеҙеү проблемаһына арналған. С. тарафынан уйлап сығарылған технологик процестар һәм ҡулайламалар БР, РФ пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40‑ҡа яҡын уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Электроконтактная приварка порошковых материалов при восстановлении деталей и получении защитных покрытий. Уфа, 2008; Технологии ремонта агрегатов сельскохозяйственной техники с использованием методов электроконтактной приварки порошковых материалов. Уфа, 2009.

Э.Л.Левин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019