Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТОВА Сәмирә Сәлих ҡыҙы

Просмотров: 431

САЛАУАТОВА Сәмирә Сәлих ҡыҙы (18.10.1948, Полевской ҡ.), педагог- методист. Пед. ф. канд. (1992), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тында эшләй. 1972 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: уҡыта, 1983 й. башлап физика‑матем. ф‑тының декан урынбаҫары, 1995 й. — матем. һәм физика уҡытыу теорияһы һәм технологиялары каф., 2004—09 йй. математика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда математика уҡытыу теорияһына һәм технологияһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары өсөн уҡыу һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы.

Х е ҙ м.: Теория и методика обучения математике с практикумом решения математических задач. Уфа, 2004; Система методической подготовки будущих учителей математики в условиях национального региона. Стерлитамак, 2007; Технология как педагогическая категория. Подготовка будущих учителей математики к реализации технологического подхода. Стерлитамак, 2014.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019