Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМ (Сәлимов) Марсель Шәйнур улы

Просмотров: 783

СӘЛИМ (Сәлимов) Марсель Шәйнур улы (3.1.1949, БАССР‑ҙың Борай районы Сәйет‑Көрйә а.), яҙыусы, журналист. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2021). РФ‑тың (1993) һәм БССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Журналистар союзы (1976), Яҙыусылар союзы (1988) ағзаһы. БДУ‑ны (1971), Свердловск юғары партия мәктәбен (1980) тамамлаған. 1973 й. алып “Һәнәк” журналында эшләй (1980–2010 йй. баш мөхәррир), бер үк ваҡытта 1992–2010 йй. “Вилы” журналының баш мөхәррире. Мар. Сәлим, шулай уҡ Т.Сәйетов, С.Әлимов һ.б. псевдонимдар менән баҫыла. “Сер ҡапсығы” исемле тәүге китабы 1982 й. сыға. Башҡ. сатираһын һәм юморын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Күгәрсен һөтө” (1988; урыҫса тәржемәһе 1994), “Эшем эйәһе” (1995), “Тормош көҙгөһө” (1998; урыҫса тәржемәһе 1998), “Бал ҡорто йәне" (“Душа пчелы"; 2014), “Тишекле таш" (“Камушек с дыркой"; 2015), “Президент бесәйе” (“Президентский кот"; 2016), балалар өсөн “Ҡуян күстәнәсе” (1994) һ.б. китаптар авторы. С. әҫәрҙәре инглиз, немец, болгар, ҡаҙаҡ, төрөк, япон һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. М.Н.Задорнов, Л.С.Ленч, П.П.Ребро, М.Г.Семёнов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. С. шиғырҙарына композиторҙар М.М.Ғиләжев, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙар яҙған. 1996–2006 йй. БР Журналистар союзы рәйесе. Халыҡ‑ара журналистар союзы конфедерацияһы советы ағзаһы (1996 й. алып), секретары (1996–98), вице‑президенты (1998–2000); РФ Журналистар союзы Федератив советы ағзаһы (1996–2008). Халыҡ‑ара халыҡтар юморы йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе (Габрово ҡ., Болгария, 1989). “Алеко” Халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Болгария, 1996), Рәсәй журналистар союзы премияһы (1996), Ш.Хоҙайбирҙин (1998), С.Михалков (2010), Н.Гоголь (2015) исемендәге әҙәби премиялар, “Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны” (“Золотое перо России”; 2016) премияһы лауреаты. Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1999).

Әҙәб.: Әскелле‑сөскөллө әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2002–2005; Белым по чёрному: сатира. Юмор. И не только. Уфа, 2009; От смешного до великого: стихотворения и басни. М., 2015.

Р.З.Шәкүров 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022