САЛЬНИКОВ Константин Владимирович
САЛЬНИКОВ Константин Владимирович (2.10.1900, Һамар губ. Һамар ҡ. — 20.6.1966, Өфө), археолог. Тарих ф. д‑ры (1966). Һамар ун‑ты эргәһендәге Юғары этнология-археология курстарын (1927), 1‑се МДУ‑ны (1930) тамамлаған. 1937 й. алып — Силәбе, 1940—41 йй. Чкалов (Ырымбур ҡ.) пед. ин‑ттарында, 1946 й. Урал дәүләт ун‑тында (Свердловск ҡ.) уҡыта. 1960 й. башлап ТТӘИ секторы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге энеолитҡа, бронза быуатына, тимер быуатҡа, Абаш мәҙәниәтенә, Бура мәҙәниәтенә һәм Көньяҡ Уралдың башҡа археологик мәҙәниәттәренә арналған; С. Горохов мәҙәниәтен, Ҡормантау мәҙәниәтен, Черкаскүл мәҙәниәтен айырып күрһәтә. 1953 й. һәм 1955 й. Көньяҡ Урал археологик экспедицияһын (ҡара: Археологик экспедициялар) етәкләй. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Бронзовый век Южного Зауралья //Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1951. №21; Очерки древней истории Южного Урала. М., 1967.
А.Х.Пшеничнюк
Тәрж. Д.К.Үзбәков