Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРБАЕВ Раил Сәлих улы

Просмотров: 378

САРБАЕВ Раил Сәлих улы (11.1.1962, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Абҙан а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1999). БАХИ‑ны (1985), БДУ‑ны (2006) тамамлаған. 1985 й. алып “Сельхозхимия” район берекмәһенең өлкән агрономы, нояб. — ВЛКСМ район ком‑тының 2‑се секретары, 1988 й. — 1‑се секретары; 1989 й. башлап халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1992 й. — Ейәнсура районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 1994 й. — башлығы. 2000 й. алып Сибай ҡ. хакимиәте башлығы. 2005 й. башлап Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәттең БР б‑са идаралығы етәксеһе. 2005 й. мартынан БР‑ҙың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры. 2008 й. алып БР Хөкүмәте Премьер-министры. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Т.Т.Абдрахманов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019