Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРҒАРЫ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 465

САРҒАРЫ МӘҘӘНИӘТЕ, Алексеевск-Сарғары мәҙәниәте, бронза быуаты аҙағы археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 13—8 бб. ҡарай. Жарай й. (Төньяҡ Ҡаҙағстан) буйындағы Сарғары ҡомартҡылар комплексы бса аталған. Башҡортостанда С.м. 10‑ға яҡын ҡомартҡыһы билдәле, улар Урал й. үрге ағымы басс. урынлашҡан (Маҡан I, Лайымбирҙе I, Яңы Байрамғол торамаһы һ.б.). Торамалар (оҙайлы һәм миҙгелле) йылғаларҙың һыу баҫмай торған киртләстәрендә урынлашҡан. Ярым ер өйҙәр йәки тура мөйөшлө каркас-бағана конструкциялы ер өҫтө ҡаралтылары торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика ауыҙ сите һырлап йәки шыма штамп баҫып эшләнгән горизонталь ҡыя һыҙыҡтар, ромбтар теҙмәһе, кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән, муйын аҫтарында яға йәки ҡабарынҡы эҙҙәр булған әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән тора, соҡорҙар йыш ҡына ағас түшәмәләр йәки таш плиталар м‑н ябылған. Мәйеттәр бөгәрләнгән килеш башлыса уң ҡабырғаға һалып, баштары м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙәргә бер балсыҡ һауыт ҡуйылған, уларҙа һирәкләп биҙәүестәр (баҡыр балдаҡ) йәки ҡорал (бер йөҙлө тимер бысаҡ) табылған. Малсылыҡ һәм металл эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Межа мәҙәниәте һәм Ирмен мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡандар. Г.Б.Зданович һәм С.Я.Зданович фекере б‑са, С.м. Төньяҡ Ҡаҙағстанда Фёдоровка мәҙәниәте һәм Черкаскүл мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән, С.А.Григорьев, Е.Е.Кузьмина, Т.М.Потёмкина С.м. формалашыуын Алакүл мәҙәниәте м‑н бәйләй. С.м. Көньяҡ Урал дала зоналарының бронза быуаты мәҙәниәттәре үҫешенең тамамланыу осоро булып иҫәпләнә. С.м. өйрәнеүселәр: Г.Б.Зданович, С.Я.Зданович, Потёмкина, К.В.Сальников һ.б.

Я.В.Рафиҡова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019