Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРЫҠ

Просмотров: 382

САРЫҠ, башҡорт кейемендә буҫтау ҡуныслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме (ҡара: Тула баҫыу). Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. С. табан өлөшөн үксә рәүешенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндән һуң ситтәренән аяҡ алҡымына үлсәнеп эшләнгән ярым түңәрәк формалағы әҙерләмә тегеп сыҡҡандар. Ҡунысын (бейеклеге 40—46 см) тубыҡ аҫтынан ҡунысбау м‑н уратып бәйләп кейгәндәр. Ҡунысы арттан аппликация (төрлө геом. фигуралар комбинациялары, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һ.б.), йыш ҡына сигеүле биҙәктәр м‑н аралаштырып биҙәлгән. Ябай ҡусҡар биҙәге (4 һәм 6 ҡусҡарлы) һәм ҡатмарлы ҡусҡар биҙәге__(8, 10, 12 ҡусҡарлы) төшкән С. булған. Ирҙәр С. ҡунысына һаҡлағыс итеп файҙаланылған ярым түңәрәк (үксә өҫтөндә һәм башында), ромб йә өсмөйөш (ситтәрендә) рәүешендәге күн киҫәктәре беркетелгән. С. тула ойоҡ йә силғау м‑н көндәлек, байрамдарҙа, ш. уҡ туй ваҡытында кейгәндәр. Башҡорттарҙа С. 20 б. 2‑се ярт. тиклем була, айырыуса Урал аръяғы башҡорттарында киң таралыу ала.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019