Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТЫР ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 399

САТЫР ҺЫМАҠТАР, с е л ь д е р е й һ ы м а ҡ т а р (Umbelliferae, йәки Apiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 300 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Бөтә ағзаларында ла эфир майҙары юлдары булған үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 35 затҡа ҡараған яҡынса 50 төр (кадения, ҡаясатыр, мәкә, триния, туғажман, ферула, шәкәрле тамыр һ.б.) үҫә. Ике, күп, һирәгерәк бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төйөнлө, ҡырлы, ҡыуыш, төҙ, тармаҡлы. Япраҡтары ябай, өлөштәргә бүленгән пластинканан (күпселек төрҙәргә хас), һаптан һәм һабаҡты уратып алған еңсәнән тора, япраҡ ҡолаҡсындары юҡ, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, башлыса дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, үҫешеп етмәгән каса япраҡсаһы һәм 5 айырым, йыш ҡына иртә ҡойолоусан япраҡлы тажы бар. Һеркәстәре 5, емешлеге 1, емшәне аҫҡы йәки ярым аҫҡы. Сәскәлеге ҡатмарлы йәки ябай сатыр, һирәгерәк тумалаҡ. Күп төрҙәрҙең сатыр төбөндә бөтөн йәки бүлгеләнгән япраҡсаларҙан торған урама, ә ваҡ сатырҙарҙа ваҡ урама бар. Ҡайһы бер төрҙәрҙең урамаһы һәм ваҡ урамаһы (йәки икеһенең береһе) булмай. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — колонкала эленеп торған ҡырлы 2 ярым емешлектән торған һалынҡы емеш; орлоҡтары ел, һыу, хайуандар һәм кеше ярҙамында тарала. Урмандарҙа, далала, дымлы болондарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, сүпле урындарҙа үҫә. Күп С.һ. ашарға яраҡлы үҫемлектәр (аҡ әнис, баҡса укропы, кишер, сәсеүлек кориандры һ.б.) һәм дарыу үҫемлектәре (фенхель, һары туманаҡ, шифалы шыма ҡурай һ.б.) булып тора. С.һ. араһында декоратив үҫемлектәр (дарыулы һөйҙөргөс, киң япраҡлы күкбаш һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (балтырған, урман көпшәһе, урман шыма ҡурайы һ.б.), баллы үҫемлектәр (Прескотт ҡуянтубығы, ташватыр мәкә һ.б.), ҡый үләндәре (тургеневия, ялпаҡ тағылйемеш һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (киң япраҡлы шәкәрле тамыр, монар көпшәһе, һыу этҡурайы, ыутамыр) бар. Урал ҡурайын башҡорттар элек‑электән ҡурай яһау өсөн файҙалана. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 4 һирәк төрө (эндемиктар — телмә япраҡлы мәкә, шырт төклө триния; реликттар — Жиральд урман көләпәрәһе, өс айырсалы күк көпшә) индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023