Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТЫР ГРИФОЛА

Просмотров: 428

САТЫР ГРИФОЛА, с а т ы р л ы п о л и п о р у с, т а р м а ҡ л ы ҡ ы у б ә ш м ә к (Grifola umbellatа), базидиомицеттар класының альбатрелла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күп эшләпәле емешлек тәненең (йыл һайын барлыҡҡа килмәй) диам. 20—30 см (ҡайһы берҙә 50‑гә тиклем). Һабы ҡыҫҡа, аҡһыл төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, төбө йыуан, аҙаҡ күп тапҡыр тармаҡланған (тармаҡтары үҙәк йәки ян‑яҡ эшләпәләре м‑н тамамлана). Эшләпәһенең диам. 1,5—4,0 см, киң__буранка формаһында, тулҡынлы, шыма ситле йәки айырсалы, өҫкө йөҙө радиаль йыйырсыҡлы, һорғолт‑көрән төҫтә. Спора барлыҡҡа килтереүсе ҡатламы (гименофоры) көпшәле, диам. яҡынса 1 мм булған йомро күҙәнәктәр м‑н, эшләпәнең аҫҡы яғынан һаптарға күсә. Факультатив паразит, ксилотроф: япраҡлы ағастарҙың тамырҙарында һәм олон төптәрендә (зарары ҙур түгел), түңгәктәрҙә һәм лапыларҙа үҫә. БР‑ҙа киң япраҡлы урмандарҙа июлдән алып сент. тиклем осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019