Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САУҘА-ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 354

САУҘА‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1972 й. совет сауҙаһы техникумы булараҡ асыла, 1992 й. алып сауҙа- коммерция техникумы, 1993 й. Өфө сауҙа‑иҡт. колледжы. Нефтекама ҡ. филиалы (2001 й. асылған) бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ҡунаҡхана сервисы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, коммерция, маркетинг, менеджмент, йәмәғәт туҡланыуында хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, тауар өйрәнеү ғилеме, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер, мед. кабинеттары, китапханаһы, медиаүҙәге, тамаша, спорт һәм уҡыу залдары, редакция‑нәшриәт бүлеге, уҡытыу‑производство ашханаһы, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, ятағы бар. 12 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009). Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., ӨДНТУ, Рәсәй иҡтисад университетының Өфө ин‑ты, “Edupoli” (Финляндия) проф. белем үҙәге һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Т.О.Якимова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019