Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИУЛЛИН Динус Нуриман улы

Просмотров: 348

САФИУЛЛИН Динус Нуриман улы (20.7.1949, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Сауыҙ а. — 9.2.2007, Мәскәү, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һаҡлау а. ерләнгән), юрист. Юридик ф. д‑ры (1990). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй. 1988 й. алып СССР ФА Урал бүлексәһе Иҡт. ин‑тының, марттан РФА Урал бүлексәһе Философия һәм хоҡуҡ ин‑тының төп ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1991 й. башлап Урал дәүләт ун‑тының махсус иҡт. дисциплиналар каф. мөдире; 1992 й. алып Урал кадрҙар үҙәге хужалыҡ‑хоҡуҡи инновациялар консультатив агентлығының (бөтәһе лә — Екатеринбург ҡ.) төп ғилми хеҙм‑ре, бүлек нач., 1993 й. — “Магнитогорск металлургия комбинаты” АЙ‑ның хоҡуҡ мәсьәләләре б‑са дир., 1996 й. — БДБ Иҡт. суды (Минск) судьяһы, рәйесе (1997 й. тиклем). 1999 й. башлап Кредит ойошмаларын реструктуризациялау агентлығында, 2004 й. — Һаҡлыҡҡа һалынған аҡсаны страховкалау агентлығында (икеһе лә — Мәскәү), бер үк ваҡытта 2005—06 йй. Мәскәү юридик академияһында. Фәнни хеҙмәттәре хоҡуҡ иҡтисадына, пр‑тиеларҙың хужалыҡ бәйләнештәрен хоҡуҡи яҡтан көйләүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Правовая экономика: проблемы становления. М., 1991 (авторҙ.).

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019