Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САХАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 344

САХАЙ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э. 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а. терр‑яһында Ағиҙел й. һул ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1964 й. М.З.Ғәҙелгәрәев тарафынан асыла һәм 1967 й. И.Б.Васильев м‑н өйрәнелә. 2 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,5— 0,55 м) салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика муйындарына бәләкәй генә соҡорло биҙәк төшөрөлгән йоҡа тышлы һоро төҫтәге һауыттарҙан тора. Быяла муйынсаҡтар, түңәрәк һәм ике башлы ат рәүешендәге бронза сулпылар, таралғы, ҡыңғырауҙар, йөҙөк, ағас ҡынлы бысаҡ ҡалдығы, ҡаптырма табылған. Был табылдыҡтарҙа Турбаҫлы мәҙәниәте һыҙаттары һиҙемләнә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т в е е в а Г.И. Улукулевское селище и Сахаевский могильник в Башкирии //Древняя история Поволжья. Куйбышев, 1979. Т.230.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019