Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СВЕРЦИЯ

Просмотров: 426

СВЕРЦИЯ, т р и п у т н и к (Swertia), бабасырутыһымаҡтарғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле; Евразия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Американың Тымыҡ океан яры тауҙарында таралған. Башҡортостанда тупаҡ С. үҫә. Күтәрелеп үҫкән тамырһабаҡлы күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, ябай, һирәгерәк өҫкөөлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20—50 см. Япрағы йомортҡа, эллипс йәки оҙонса эллипс формаһында, һабаҡ осона табан кәмей, сиратлы, өҫкөләре ҡайһы берҙәҡапмаҡаршы. Тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары оҙон ҡанатлы һаптарҙа. Сәскәһе бысраҡ миләүшә төҫөндә, тупаҡ көрәк һымаҡ, кәүшәк тәлгәшһепертке рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — оҙонса йомортҡа формаһындағы ҡумта, сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һаҙланған урман һәм таллыҡтарҙа, йышыраҡ Белорет (Ирәмәлтауы, Ямантау, Көмәрҙәк, Машаҡһырттары һ.б.) һәм Учалы (Әүәләкһырты, Уйташ тауы һ.б.) рндарыныңөҫкө урман һәм ярым яланғас бүлкәттәрендәүҫә. Декоративүҫемлек. Составында флавоноидтарбар, халыҡмедицинаһындаҡулланыла. Реликт.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

СВЕРЦИЯ, т р и п у т н и к (Swertia), бабасырутыһымаҡтарғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле; Евразия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Американың Тымыҡ океан яры тауҙарында таралған. Башҡортостанда тупаҡ С. үҫә. Күтәрелеп үҫкән тамырһабаҡлы күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, ябай, һирәгерәк өҫкөөлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20—50 см. Япрағы йомортҡа, эллипс йәки оҙонса эллипс формаһында, һабаҡ осона табан кәмей, сиратлы, өҫкөләре ҡайһы берҙәҡапмаҡаршы. Тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары оҙон ҡанатлы һаптарҙа. Сәскәһе бысраҡ миләүшә төҫөндә, тупаҡ көрәк һымаҡ, кәүшәк тәлгәшһепертке рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — оҙонса йомортҡа формаһындағы ҡумта, сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һаҙланған урман һәм таллыҡтарҙа, йышыраҡ Белорет (Ирәмәлтауы, Ямантау, Көмәрҙәк, Машаҡһырттары һ.б.) һәм Учалы (Әүәләкһырты, Уйташ тауы һ.б.) рндарыныңөҫкө урман һәм ярым яланғас бүлкәттәрендәүҫә. Декоративүҫемлек. Составында флавоноидтарбар, халыҡмедицинаһындаҡулланыла. Реликт. А.Ә.МулдашевТәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019