Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЙӘЛЕК МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 394

СЕЙӘЛЕК МӘҘӘНИӘТЕ, Урта быуаттар осоро археологик мәҙәниәте. 10—14 бб. ҡарай. Сөн й. уң ярында урынлашҡан Сейәлек а. (ТР) янындағы тораҡ б‑са аталған. С.м. көнбайышта Шишмә һәм Зәй йй. (Кама й. ҡушылдыҡтары) араһындағы терр‑яны алып торған урман- дала зонаһынан алып көнсығышта Тубыл й. тиклем таралған (Дербёшка ҡәберлеге, Таҡталасыҡ ҡәберлеге, Әзмәт ҡәберлеге I һ.б.). Башҡортостанда С.м. ҡомартҡылары Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы), Сөн, Ағиҙел, Дим, Әй йй. басс. (Абдулла ҡаласығы, Баҡалы ҡурғандары, Горный археологик комплексы, Көшөл ҡәберлеге, Ҡаранай ҡурғандары, Мерәсем ҡурғандары, Торналы ҡаласығы, Түбәнге Хәжәт хазинаһы, Һынташтамаҡ ҡурғандары) урынлашҡан. Торамалар йылға үҙәндәрендәге ҡалҡыулыҡтарҙа йәки һыу баҫмай торған киртләстәрҙә төҙөлгән ҡаласыҡ һәм тораҡтарҙан ғибәрәт. Сыуаллы ер өҫтөндәге ағас өйҙәр йәки уртаһында таштан һалынған мейесле ярым ер өйҙәр, һирәгерәк тирмәләр торлаҡ булып хеҙмәт иткән, тип фараз ителә. Керамика ҡом һәм ҡабырсаҡ онтағы ҡушып эшләнгән бау йәки тешле штамп эҙе баҫып биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан, балсыҡтан эшләнгән Болғар дәүләте һауыттарынан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күпселеге — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарында (1,3 м тиклем; балалар ҡәберенең тәрәнлеге 0,5 м тиклем) салҡан һалып, баштары м‑н көнбайышҡа, көньяҡ- көнбайышҡа, йөҙҙәре м‑н Ҡәғбәгә ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер өйөмдәрендә ут эҙҙәре табылған. Ағас түшәм һәм табут ҡалдыҡтары асыҡланған. Ҡәбер остарында йәки араларында балсыҡ һауыттар, һирәкләп хайуан һөйәктәре табылған. Иртә осорҙағы ирҙәр ҡәберендә ҡорал (тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тимер ҡылыстар), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер өҙәңге, ауыҙлыҡтар), эш ҡоралдары (тимерҙән эшләнгән арҡыры балта, ураҡ, салғылар) һалынған, һуң осор ҡәберҙәренә әйбер һалынмаған; ҡатын-ҡыҙ һәм балалар ҡәберҙәрендә биҙәүестәр (бронза сикә сулпыһы, сулпы, йөҙөк, һырға һәм быяла муйынсаҡтар), Үзбәк һәм Йәнебәк хандар идара иткән осорҙағы Алтын Урҙа тәңкәләре табылған. Иртә осор ҡәберҙәрендә — мәжүсилек (ерләү битлектәре), һуң осорҙарҙыҡында мосолман ерләү йолалары элементтары һиҙемләнә. Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, Е.П.Казаков фекеренсә, С.м. халҡы Көньяҡ Уралдың урман-дала зонаһында йәшәгән урындағы ярым күсмә уғыр ҡәбиләләренә (ҡара: Фин-уғыр ҡәбиләләре) ҡараған. Урал алдына ислам динен ҡабул иткән төрки ҡәбиләләр килеп ултырыу һөҙөмтәһендә С.м. халҡы башҡорттар м‑н татарҙар этногенезында төп компонент булып китә. В.Д.Викторова, В.А. Могильников Урал аръяғындағы С.м. ҡомартҡыларын йолаларында мәжүсилек элементтары һаҡланған макушин тибына индерә. Н.А.Мәжитов фекеренсә, С.м. ҡомартҡылары башҡорттарҙың байлар һәм бүләр ҡәбиләләре йәшәгән терр‑яла урынлашҡан. Малсылыҡ (йылҡысылыҡ), һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтың төп тармаҡтары булған. С.м. өйрәнеүселәр: Гарустович, Казаков, Мәжитов, Н.Л.Решетников, П.Н.Старостин, Т.К.Ютина һ.б.

Әҙәб.: Г а р у с т о в и ч Г.Н. Об этнической принадлежности раннемусульманских памятников Западной и Центральной Башкирии //Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988; К а з а к о в Е.П. Волжские болгары, угры и финны. Казань, 2007.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019