Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛЕНТАШ, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 374

СЕЛЕНТАШ, б.э. 9—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Александровка ҡасабаһынан көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Һынташты й. (Тубыл й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 6—16 м, бейеклеге 0,25— 0,3 м) ҡарай. 3 ҡурған өйрәнелгән. Тура мөйөшлө таш ҡойма рәүешендәге ерләү ҡоролмалары табылған. Керамика муйыны горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән, әүәләп эшләнгән һауыт ярсыҡтарынан, ҡыҙыл балсыҡтан яһалған көршәктән, яурындары ҡыя кәкерсәктәр, ауыҙ ситтәре ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән ҙур ваза рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Кеше, хайуан (һарыҡ, ат) һөйәктәре, таштан һалынған ат фигураһы табылған. Көньяҡ Урал аръяғында, Көнбайыш һәм Үҙәк Ҡаҙағстанда Селенташ тибындағы 18 ҡурған өйрәнелгән. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра, тип фараз ителә. Материалдар Силәбе ун‑ты һәм Силәбе өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондтарында һаҡлана. Әҙәб.: Материалы по археологии и этнографии Южного Урала. Челябинск, 1996.

С.Г.Боталов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019