Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович

Просмотров: 366

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ.), философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө) ғилми дир., бер үк ваҡытта 1992 й. алып Күмертау ҡалаһының 1‑се гимназияһы дир. урынбаҫары. 1995 й. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт-аналитика үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап ӨЮИ‑ның соц.-гуманитар дисциплиналар каф. начальнигы. 2002 й. алып Мәскәүҙә: РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте акад. Дәүләт хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тының фәнни эш б‑са проректоры, 2003 й. — мәғлүмәт-аналитика үҙәге дир., 2004 й. — Иҡт. һәм көрсөккә ҡаршы идаралыҡ ин‑ты уҡытыусыһы, 2005 й. — “Акваинфотека” ФДУП‑ы дир. урынбаҫары, 2006 й. башлап РФ ЭЭМ‑ының Иҡт. хәүефһеҙлек акад. ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы, 2012 й. — РФ Иҡт. үҫеш министрлығы эргәһендәге Микроиҡтисад ин‑тында, 2013 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Иҡт. сәйәсәте һәм иҡт. хәүефһеҙлек мәсьәләләре ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология һәм урыҫ традициялары, соц. процестар, үҫешеүсе системалар, дәүләт м‑н идара итеү проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Государство и экономика современной России: реальность и перспективы (политико- правовой анализ). М., 2006 (авторҙ.); Стратегическая безопасность российского государства: политико-правовое исследование. М., 2011 (авторҙ.); Экономические методы мониторинга коррупционных проявлений. М., 2015.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019