Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРМӘН УРТА МӘКТӘБЕ.

Просмотров: 379

СЕРМӘН УРТА МӘКТӘБЕ. Белорет р‑нында урынлашҡан. 1885 й. 2 класлы урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1934 й. — колхоз йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң тулы булмаған урта мәктәп, 1947 й. хәҙ. статусын ала. Әзекәй а. филиалы бар. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы, спорт залы, китапханаһы, интернаты, мәктәп тарихы музейы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, автомашинаһы бар. 1953 й. башлап уҡыу йортон 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында И.Х.Абыҙбаев, Р.Ф.Ғәбитов, Ш.М.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Э.Р.Мулдашев, Т.Б.Сәғитов, М.Тажи, М.Х.Харрасов, З.Ф.Хисмәтуллин, Ғ.Ғ.Хәмзин, С.Әлибай бар. Мәктәп бинаһына уны тамамлаған М.М.Заһиҙуллин м‑н В.Р. Әхмәтйәновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007; тәүгеһе — Афғанстандағы, икенсеһе Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында һәләк булған).

Ғ.Р.Аҙнабаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019